Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов социаль селтәрҙә: 🕌Бөгөн, изге Рамаҙан айы көнөндә, «Нәсихәт» мәсетендә булдым. Бында бар теләгән ҡәрҙәштәр өсөн ифтар мәжлесе ойошторолдо. Унда яңғыраған бар доғалар, изге теләктәр махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә бағышланды. Бар аят-доғаларыбыҙ ҡабул булһын, йорттарыбыҙға тыныслыҡ ҡайтһын. Барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, ғаилә бәрәкәте теләйем!» — тип яҙҙы. Изге Рамаҙан айы дауам итә. Бөгөн ураҙаның 16-сы көнө. Аллаһ Тәғәлә ризалығына тотҡан ураҙаларыбыҙ, уҙғарған ифтарҙарыбыҙ ҡабул булһын🤲