Бөгөн һәр ауылда яугир әсәләрен осратырға була. Уларҙың барыһын рух көсө, улдары именлегенә ҡылынған доға, йөрәк әрнеше, йәшле күҙҙәр берләштерә. Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында йәшәүсе Нәсимә Әнүәр ҡыҙы Йәнсурина ла йоҡоһоҙ төндәр, тынғыһыҙ көндәр кисереүсе әсә. Уның өлкән улы Радмир 2022 йылда мобилизацияланып, әллә нисә ҡаты яраланып әле лә нацизмға ҡаршы көрәштә йөрөй.
—Ул көн әлегеләй яман төш кеүек күҙ алдында тора. Мал ҡарап инеп торһаҡ, улыбыҙҙан хәбәр килеп төштө. «Әсәй, мин һалдат булам»,—ти. Аңламайым. Нисек инде һалдат була? Йыуатырға теләгәндәй, ике аҙнаға ғына ти. Мин бит телевизор ҡарамайым. Донъяла ниндәй хәлдәр барғанын да белмәй, үҙ алдыбыҙға ғына йәшәп ята инек. Айышына төшкәс, ҡолап китә яҙҙым. Тиҙ генә туғандарҙы йыйҙыҡ, ҡоҙағыйҙар килде, доғаларҙы уҡып, аятел-көрсине биле аша уратып, хәйерҙәр таратып, илашып оҙатып ҡалдыҡ. Тәүҙә Ҡазанда әҙерлек үттеләр. Түҙмәнек, кәрәкле әйберҙәр алып, тәмлекәстәр тейәп Ҡазанға сығып киттек. Барһаҡ, баҙармы ни, теҙелеп киткәндә