Рәмис Әмиров етәкләгән Баймаҡ районының «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы 2018 йылда барлыҡҡа килгән. Бөгөн унда 150-нән ашыу «кисәге» һалдат берләшкән. Уларҙың күбеһе төрлө йылдарҙа Афғанстан, Тажикстан, Чечня, Дағстан, Сүриә һәм Көньяҡ Осетия яуын үтһә, бөгөн улар сафын махсус хәрби операция ветерандары тулыландыра. Иң мөһиме: хәрби хәрәкәттәр ветерандары бер-береһенә терәк булып, ярҙам күрһәтеп йәшәй. Урында алып барылған эштәрҙең һөҙөмтәһе буйынса, Волга буйы федераль округында райондың «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы 2020, 2022 һәм 2021 йылдарҙа—икенсе, ә 2023 йылда өсөнсө урынды яулаған. Илебеҙҙә махсус хәр-
би операция баш-ланғас та «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы ағза-лары тәүгеләрҙән булып яугирҙәргә ярҙам итеүҙе ойоштора. Бөгөн дә был эш дауам ителә, әле ойошманың үҙенең айырым бүлмәһе бар. Барып ингәс тә уны штабҡа оҡшатырға ла була: кемдер бында ярҙам һорап килә, икенселәре гуманитар ылау туплауҙа үҙ өлөшөн индерә, ваҡытлыса ялға ҡайтҡандар үҙҙәренең хәрби әйберҙәрен тапшыра. Йәш быуын да был