Башҡорт ғаиләһе көнө айҡанлы Сибай ҡалаһында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының муниципаль һәм төбәк этабы еңеүселәрен ҡотланылар. Сибай ҡалаһы кимәлендә уҙғарылған конкурста «Ғаилә ижады» номинацияһында беренсе урынға Самарбаевтар сыҡһа, икенсе урын Әбйәлиловтарға бирелде. «Ғаилә кәсептәре» номинацияһында 1-се урынды Рәхимовтар, 2-се урынды Ирназаровтар, 3-сө урынды Аҫылбаевтар яуланы. «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» номинацияһында беренсе урынды Ғәйетбаевтар һәм Шәриповтар, икенсе урынды Шәйәхмәтовтар һәм Бикбулатовтар, өсөнсө урынды Килдебаевтар, Теләүҡабуловтар һәм Ҡоломбәтовтар алды. «Махсус хәрби операция геройы ғаиләһе» номинацияһында 1-се урын Асҡаровтар ғаиләһенә бирелде. «Күп балалы башҡорт ғаиләһе» номинацияһында 1-се урынды Өмөтбаевтар ғаиләһе яуланы. Вәлиуллиндар, Абдуллиндар, Дауытбаевтар, Мортазиндар, Ульябаевтар ғаиләләре конкурста ҡатнашҡандары өсөн Диплом менән бүләкләнде. Конкурстың зона этабында урын яулаусылары (Сибай ҡалаһынан) : «Ғаилә ижады» номинацияһында