Ислам динендә ауыҙ астырыу йәки ифтар яҡшы ғәмәлдәрҙән һанала.Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылында ла ифтарға саҡырыу матур бер йолаға әүерелде. Ауылда кем ҡасан ауыҙ астырасағын, алдан һөйләшеп, килешеп ҡуйыла. Шунда хатта үҙ-ара исемлек тә төҙөйҙәр. Кем ҡайһы көндә мәжлескә саҡырыуын ҡағыҙға теркәйҙәр. Ифтарҙа матур йола булараҡ, Ҡөрьән сүрәләре (аяттары) уҡыла. Ҡөрьән уҡығандан һуң, саҙаҡа бирәләр. Хәйер биреү — кешенең (һәр кемдең) ихтыярында. Әгәр ҙә күңел талабы буйынса саҙаҡа бирә икән, бында һис ғәйеп юҡ. Күберәк ураҙа тотоусы күршеләрен, туғандарын саҡырып ауыҙ астыралар. Уҙ-ара аралашыу хәҙерге ваҡытта бик кәрәк, сөнки кеше өйҙәренән сыҡмай. Ауыл йорттарында ла хәҙер шарттар булдырылған, кеше урамға бик һирәк сыға. Шуға күрә изге Рамаҙан айында бындай мөмкинселек бирелә икән, файҙаланып ҡалырға тырышалар. 🖊️мәғлүмәт һәм фото Быҙаулыҡ ауыл клубы сәхифәһенән