Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Баймаҡта торлаҡ сертификаттары тапшырылды

Район хакимиәтендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Шәрипов 8 ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырҙы. Бәхетле ғаиләләр араһында Иҫке Сибай ауылынан Әлиә һәм Илнур Дилмөхәмәтовтар ғаиләһе бар. Уларҙың өс балаһы бар. Ҡатыны декрет ялында, ире Сибай «Газпромтрансгаз Өфө» филиалында эшләй. — Был мөһим көндө оҙаҡ көттөк. Йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм балаларын уңайлы шарттарҙа үҫтереү мөмкинлеге биргән район һәм республика етәкселегенә рәхмәт, — ти Дилмөхәмәтовтар.

Баймаҡта торлаҡ сертификаттары тапшырылды

Район хакимиәтендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Шәрипов 8 ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырҙы.

Бәхетле ғаиләләр араһында Иҫке Сибай ауылынан Әлиә һәм Илнур Дилмөхәмәтовтар ғаиләһе бар. Уларҙың өс балаһы бар. Ҡатыны декрет ялында, ире Сибай «Газпромтрансгаз Өфө» филиалында эшләй.

— Был мөһим көндө оҙаҡ көттөк. Йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм балаларын уңайлы шарттарҙа үҫтереү мөмкинлеге биргән район һәм республика етәкселегенә рәхмәт, — ти Дилмөхәмәтовтар.