Баймаҡ районының Күсей ауылы биләмәһе БашҡортостанРеспубликаһында тормошҡа ашырылған “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү”программаһында ҡатнашып, балалар һау-сәләмәт булып, тышта күберәк уйнап, көсалып үҫһен өсөн, яңы уйын майҙансығын төҙөү проектын өҫтөнлөклө тип тапҡан.– Й ыйылыштар үткәреп, инициативалы төркөм булдырҙыҡ. Ауыл халҡы, мәктәпбалалары, ата-әсәләр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҙур теләк менән еңеүгәөмөтләнеп был сараға бәйле эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. Ауыл балалары ла, каникул осоронда олатай-өләсәйҙәре янына ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәр уйнаһа ла йыһазландырылған майҙансыҡ бик уңайлы булыр ине. Беҙҙең маҡсат--СанПин ҡағиҙәләренә тап килгәнбалалар уйын майҙансығын булдырыу,--ти Күсей ауыл биләмәһебашлығы Мөхәмәт Әбсәләмов.“Урында ғыбашланғыстарға ярҙам итеү” программаһыБашҡортостан Республикаһында 2014 йылдан тормошҡа ашырыла. Төп маҡсат--республика бюджеты субсидиялары иҫәбенә төҙөкләндереүһәм йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү.