Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

🌷НИШЛӘР ИНЕК ҺЕҘҺЕҘ

Һигеҙ һаны - Ҡатын-ҡыҙҙар һыны: Өҙөлөрҙәй нескә билдәре. Һигеҙ - игеҙ йөрәк, Тигеҙ тормош, Мөхәббәт һәм сафлыҡ билдәһе. Һигеҙ һаны ике тамсы һымаҡ, Ике тамсы - Ғүмер нигеҙе!.. Ғашиҡтарҙың никах балдағы ла Хәтерләтеп ҡуя Һигеҙҙе. Әммә тормош гел байрамдан тормай, Йылдың көндәре күп Һигеҙһеҙ. Тик, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, Нишләр инек икән беҙ Һеҙһеҙ! Салауат ӘБҮЗӘР.

🌷НИШЛӘР ИНЕК ҺЕҘҺЕҘ...

Һигеҙ һаны -

Ҡатын-ҡыҙҙар һыны:

Өҙөлөрҙәй нескә билдәре.

Һигеҙ - игеҙ йөрәк,

Тигеҙ тормош,

Мөхәббәт һәм сафлыҡ билдәһе.

Һигеҙ һаны ике тамсы һымаҡ,

Ике тамсы -

Ғүмер нигеҙе!..

Ғашиҡтарҙың никах балдағы ла

Хәтерләтеп ҡуя

Һигеҙҙе.

Әммә тормош гел байрамдан тормай,

Йылдың көндәре күп

Һигеҙһеҙ.

Тик, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ,

Нишләр инек икән беҙ

Һеҙһеҙ!

Салауат ӘБҮЗӘР.