✨ 19 йыл буйы бәйгенең йөҙө, тауышы, йөрәге булған яҡташыбыҙ - Баймаҡ ҡыҙы Рита Өмөтбаева алып барыусы эстафетаһын йәш алып барыусы шулай уҡ яҡташыбыҙ Лилиә Ишмуллинаға тапшыра… Рита Өмөтбаева хәҙер — жюри составында. Тимәк, уның тәжрибәһе, талапсан ҡарашы һәм һиҙгерлеге Байыҡта ҡатнашыусыларҙың яҙмышын билдәләйәсәк.