Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында махсус хәрби операцияла йәшләй генә батырҙарса һәләк булған Марсель Фирғәт улы Ғәбитов иҫтәлегенә спорт ярыштары уҙҙы. Бер яҡтан хәсрәт, юҡһыныу, һағыныу хистәре сорнағандай булһа, икенсе яҡтан әйтеп аңлатҡыһыҙ ғорурлыҡ тойғоһо биләп ала. Үҙ теләге менән ил һағына баҫҡан Марселдең аҙаҡҡаса рух ныҡлығын юғалтмауы, ҡаты яраланһа ла, ҡайтыуҙан баш тартып, иптәштәре янында ҡалыуы, ҡыйыулығы, ысын ир-егеттәргә хас характеры ата-әсәһендә, яҡындарында, ауылдаштарында, ысынлап та, ғорурлыҡ уята. Ә уның иҫтәлегенә спорт ярышы үткәреүҙе хуплап, күтәреп алған һәм сәмләнеп ярышҡан ир-егеттәр был хисте арттыра ғына. Көн буранлап торһа ла, батыр егет рухына ихтирам, хөрмәт күрһәтеп, 8 команда ярышҡа килә. Баймаҡ районының Әбделкәрим, Ишмырҙа, Йылайыр районының Матрай, Юлдыбай ауылдарынан йыйыла улар. --Улыбыҙ иҫтәлегенә ярыш үткәрәбеҙ тигәйнек, беҙҙең спорт һөйөүсе егеттәребеҙ Рәмзил Әбдрәхимов, Юнир Сәйфуллин, Рушан Кәримовтар ҡуш ҡуллап ризалашты. Улар бындай сара