Өфөлә «Башҡортостан» концерт залында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Саҡырылған ҡунаҡтар--Рәсәй Геройҙары, хәрбиҙәр, запастағы офицерҙар, һәләк булған Ватан геройҙарының туғандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында ҡыйыу яҡташыбыҙ Сәфәрғәлин Нурфәиз Рафиҡ улы бар ине. Республика Башлығы Радий Хәбиров сәләмләү һүҙендә бөтә Башҡортостан халҡы махсус хәрби операция барышында батырлыҡ күрһәткән яугирҙәр менән ғорурлана, тип билдәләне. Сәфәрғәлин Нурфәиз Рафиҡ улы--күп бала атаһы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияла, шулай уҡ мобилизация буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Баймаҡ районы Байым ауылында тыуған, ошонда мәктәп тамамлаған. Баймаҡ ауыл хужалығы колледжында электр-газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. Уҡыуын тамамлағандан һуң, Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Новоссибирск ҡалаһына эләгә. Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияла ҡатнаша. 2002 йылда тыуғ