Салауат һәм Арыҫлан Аманбаевтар—игеҙәктәр. Улар Сибай ҡалаһының Алтын ҡасабаһында үҫкән. Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында 9-сы класты тамамлағандан һуң, Сибай күп профилле профсессиональ колледжында уҡығандар. «Электр һәм электр механик ҡорамалдарын эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү» специальносы буйынса белем алыуҙарын тамамлау менән әрме сафына юлланғандар. -Игеҙәктәрем уҡыу йортон уңышлы тамамланы, әммә ҡулдарына диплом алып өлгөрмәйенсә, шиғырҙа яҙылғанса һалдат итеп алдылар, билдәренә ҡайыш һалдылар. Дипломдарын беҙ барып алдыҡ,--тип һөйләй улдарының әрме сафынан ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөүсе әсә Сәмәриә Исмәғил ҡыҙы.-Нимәһенә ҡыуандыҡ: һалдатҡа башҡорт лицейында уҡыған класташтары, колледждағы төркөмдәштәре менән алындылар. Арҡайым ҡасабаһынан Айнур Шәкиров менән бала саҡтан айырылғыһыҙ дуҫтар булдылар, әрмегә лә бергә киттеләр, башта бергә булдылар. Тик 6 айҙан һуң һалдаттар төрлө яҡҡа оҙатылды. Сөнки Айнур Пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА), ә Салауат һәм Арыҫл