Ауылда ҡояш байыу яғына ҡарай ауа башланы. Кемдер "матур" һүҙҙәрен теҙеп малдарын теүәлләй, кемдер ваҡ төйәк эш менән була. Ана Хөсәйен ҡарттың ауыл ситендәге бер өй янында ике ир заты нимәгәлер ихлас бәхәсләшә. Әйҙәгеҙ барып күҙ һалайыҡ. Ҡыҙыҡ бит. - Һин нимә?! Аҡылдан яҙҙыңмы әллә??? Ана донья тулы ҡыҙҙар! - ҡашҡылдай-ҡашҡылдай тәмәкеһен көйрәтеп, йығылып китмәҫ өсөн кәртәгә терәлгән Мотаһар ағай ҡыҫыҡ күҙҙәрен безерәйтеп егеткә ҡараны. - Ағай, үҙең уйлап ҡара, һәйбәт ҡыҙҙар эҙләй торғас йәш килеп етте, һаманда юҡ бит кәләш алырлыҡ ҡыҙ! - Һин ҡустым ныҡ һайланма! Күңелеңә ятһа булды. Еңгәңде мин бер күрҙем икенсеһенә кәләш итеп алдымда ҡайттым. - Ә мөхәббәт?- Илнар һаманда ныҡышты - Ниндәй мөхәббәт ҡустым? Ана минең биш йыл йөрөгән ҡыҙым ҡалаға кейәүгә сыҡтыла китте! Ә һинеке, элекке килен ҡайҙа? - Ташлаштыҡ... Оҡшамай башланы ул аҙаҡ - Эх ҡустым һин бит идеал эҙләйһең. Юҡ ундай кешеләр - Исмаһам саф булһын ине... - Ха- Ха- Ха! - Мотаһар ағай йәмһеҙ итеп урам яңғыратып шарҡы