Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

🤲Ифтар-сауаплы мәжлес

Рамаҙан айының беренсе көнөндә Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылы мәктәбе коллективы ауылдаштарын ифтар мәжлесенә йыйған. - Мәктәп директоры Ғәлиәхмәт Әхмәтхан улы Рәхмәтов, ауыл хакимиәте башлығы Рәзифә Ирғәле ҡыҙы Тасбулатова Рамаҙан айы башланыу менән тәбрикләне. Ауылыбыҙҙың иң оло ағинәйе Фәниә Ҡотоева, Фәниә апай Шәрипова, Вилә апай Күҫәковалар илебеҙгә тыныслыҡ, бәрәкәт, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир- егеттәребеҙҙең имен-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп аяттар уҡыны. Артабан әҙерләнгән ризыҡтан, килтерелгән күстәнәстәрҙән һығылып торған бай табынын артында ауыҙ астыҡ. Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын! - тип яҙа социаль селтәрҙә Яңы Ергән ауылынан дин ҡәрҙәштәр.

🤲Ифтар-сауаплы мәжлес.

Рамаҙан айының беренсе көнөндә Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылы мәктәбе коллективы ауылдаштарын ифтар мәжлесенә йыйған.

- Мәктәп директоры Ғәлиәхмәт Әхмәтхан улы Рәхмәтов, ауыл хакимиәте башлығы Рәзифә Ирғәле ҡыҙы Тасбулатова Рамаҙан айы башланыу менән тәбрикләне. Ауылыбыҙҙың иң оло ағинәйе Фәниә Ҡотоева, Фәниә апай Шәрипова, Вилә апай Күҫәковалар илебеҙгә тыныслыҡ, бәрәкәт, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир- егеттәребеҙҙең имен-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп аяттар уҡыны. Артабан әҙерләнгән ризыҡтан, килтерелгән күстәнәстәрҙән һығылып торған бай табынын артында ауыҙ астыҡ.

Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын! - тип яҙа социаль селтәрҙә Яңы Ергән ауылынан дин ҡәрҙәштәр.

-2
-3
-4