Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Әбделкәримдәр сәләмәт тормош яҡлы!

Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында «Сәләмәтлек» марафоны бара. Йә саңғыла шыуалар, йә атта һыбай йөрөйҙәр, йә скандинав йөрөшөнә ҡушылалар. «Хәрәкәттә—бәрәкәт»,—ти Әбделкәрим ауылы халҡы.
Район кимәлендә уҙғарылған «Сәләмәт ауыл» конкурсында ҡатнашыусы ауылда төрлө саралар уҙғарыла. 10-лап йылҡы тотоусы Шамил Баязитов хужалығында атта һыбай йөрөүҙе ойошторғандар, ауылдың иң әүҙемдәре саңғы, тау шыуырға сыҡҡан. «Миләштәр», «Түңгәүер» ансамбле ағзалары скандинав йөрөшө менән йөрөгән. Уларға уҡыусы балалар ҙа ихлас ҡушылған.

Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында «Сәләмәтлек» марафоны бара. Йә саңғыла шыуалар, йә атта һыбай йөрөйҙәр, йә скандинав йөрөшөнә ҡушылалар.

«Хәрәкәттә—бәрәкәт»,—ти Әбделкәрим ауылы халҡы.