Сибай кантон кейәүен көслө алҡыштарға күмделәр. 17 февралдә Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә халыҡ-ара, республика йыр бәйгеләре лауреаты Юнир Һағынбаевтың концерты үтте. Залдың шығрым тулы булыуы тамашасыларҙың халыҡсан моңға һыуһауына дәлил ине. Ысынлап та, бөгөн йырсылар бик күп. Кемгәлер сәхнә хобби ғына. Махсус белеме, халыҡ йырҙарына барымы булмаһа ла, үҙе яҙған 1-2 йыр менән дан ҡаҙаныусылар ҙа юҡ түгел. Йәшәтәрҙе еңел-елпе йырҙары, «шарылдап» торған музыкаһы менән йәлеп итәләр. Бәлки, йәш-елкенсәк өсөн, дискотекалар өсөн былары ла кәрәктер. Әммә мәҙәни кимәлде күрһәткән юғары кимәлле йырҙарыбыҙҙы һәм уларҙы оҫта, урын-еренә еткереп башҡарған йырсыларыбыҙҙы күтәрергә, хупларға кәрәк. Ҡурайҙа оҫта уйнаған, халыҡ һәм эстарада йырҙарын берҙәй матур башҡарған Юнир Һағынбаевтың концертында йәштәрҙе лә, ололарҙы ла күреп һөйөндөк. Улар араһында абруйлы шәхестәребеҙ күп ине. Мәҫәлән, профессорҙар Йәлил Һөйөндөков, Сәфәрғәле Йәнтүрин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре,