💥Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы тәүге игеҙәктәр тыуыуы тураһында акт теркәлде Сабыйҙар 2026 йылдың 26 ғинуарында тыуған. Ата-әсә ҡыҙҙарына Мәҙинә һәм Динә тигән матур исем ҡушҡан. Юлиә һәм Илмир Ҡорбанаевтар ғаиләһендә 5 йәшлек Айнур, 4 йәшлек София һәм йәш ярымлыҡ Дарина исемле балалар үҫеп килә. -Ҡыҙҙарҙың береһенә исемде атаһы, икенсеһенә үҙем ҡуштым - ти 5 балалы әсә Юлиә Ҡорбанаева. Ишле ғаиләгә ишле бәхет теләйбеҙ! ❤
💥Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы тәүге игеҙәктәр тыуыуы тураһында акт теркәлде
19 февраля19 фев
~1 мин