Ауыл һөнәри белем биреү учреждениелары райондарҙа иң сағыу һәм матур бина булырға тейеш, тип белдерҙе ул. Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив Дүшәмбе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә республика ҡалаларында һәм райондарында колледждарҙы яңыртыу программаһын дауам итергә ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, Балтастп, Шишмәлә, Иглиндә һәм Мишкәлә эштәр бара. — Туғыҙынсы класты тамамлаусыларҙың 66% колледждарҙы һайлай. Был беҙҙе әлегә ҡәнәғәтләндерә. Беҙҙең ауыл колледждары райондарҙа иң сағыу һәм матур бина булырға тейеш. Шуға аҡса йүнәлтегеҙ. Был йәштәр бер ҡайҙа ла китмәһен өсөн 100% гарантия булып тора. Ауыл ҡыҙҙары-егеттәренә үҙ районында белем алыу күпкә яҡшыраҡ һәм отошлораҡ. Сөнки ҡалала йәшәү — ҡиммәт, ата-әсәләр ҙә балалары өсөн борсола, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин үҙенең докладында билдәләүенсә, яҡын арала республикала 10 колледж тулыһынса яңыртылырға тейеш. Мәҫәлән, «Йәштәр һәм балалар» милли проекты
Башҡортостан Башлығы колледждарҙы яңыртыу буйынса йөкләмәләр бирҙе
17 февраля17 фев
1 мин