🏅 Хәйбулла районының Антингән ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Динар Билалов иҫтәлегенә саңғы ярышы үтте. Турнирҙа мәктәп уҡыусылары көс һынашты. Динар Билалов өлөшләтә мобилизация буйынса Ҡораллы көстәр сафына баҫа. 428-се мотоуҡсылар полкын взвод командиры була. Ҡаһарманлығы Рәсәй Оборона министрлығының 2-се дәрәжә Хәрби батырлығы өсөн миҙалы менән билдәләнә. Динар Билалов 2023 йылдың декабрҙә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Яугир үлгәндән һуң, “Ҡаһарманлыҡ” һәм Генерал Шайморатов ордендарына, Жуков миҙалына күрһәтелә. Динар Байрас улы Билалов белем алған Антингән мәктәбе диуарына мемориаль таҡтаташ урынлаштырылған. Геройға арналған парта булдырылған. Ил именлеге өсөн һәләк булған яугирҙарҙың исеме үлемһеҙ. Улар халыҡ хәтерендә йәшәй. 🖊️мәғлүмәт һәм фото Хәйбулла районы хакимиәте төркөмөнән