Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Яугир-интернационалистар менән осрашыу

Афған яуын үткән яугир шашка ярышында үҙен еңгән Ярат мәктәбе уҡыусыһына 5 мең һум вәғәҙә иткән. Ярат ауылынан мәктәп директоры МИЛӘҮШӘ ЮЛДАШБАЕВА хәбәр итә:
Баймаҡ районы Ярат урта мәктәбендә Афғанистандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 37 йыллығы уңайынан "афганец"тар менән осрашыу үтте.
Осрашыуға хәрби хәрәкәттәр ветерандары Яуғастин Мәжит Хаммат улы менән Янтов Айрат Салих улы килде.
Улар иң беренсе батырлыҡ дәресе үткәреп, балаларға фәһемле кәңәштәрен еткерҙе. Артабан мәктәп буйынса үткәрелгән шашки ярышына йомғаҡ яһап, Мәжит Хаммат улы еңеүселәр менән бер сеанс уйын үткәрҙе. Әйтергә кәрәк, Мәжит Хаммат улы уҡыусы сағында шашки буйынса һәр ваҡыт район чемпионы булып йөрөгән, ололар менән дә ярышҡан. Шуға күрә лә ул йыл һайын мәктәптә шашки ярышы үткәреүҙең спонсоры булып тора. Үҙен еңгән уҡыусыға супер-призға 5000 вәғәҙәләп тә ҡуйғайны ла, уны еңеүсе табылманы әлегә. Киләһе йылда балалар нығыраҡ тырышыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Иң һуңынан ветерандар "Йәгеҙ әле, егеттәр!" конкурсыны

Афған яуын үткән яугир шашка ярышында үҙен еңгән Ярат мәктәбе уҡыусыһына 5 мең һум вәғәҙә иткән.

Ярат ауылынан мәктәп директоры МИЛӘҮШӘ ЮЛДАШБАЕВА хәбәр итә:

Баймаҡ районы Ярат урта мәктәбендә Афғанистандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 37 йыллығы уңайынан "афганец"тар менән осрашыу үтте.
Осрашыуға хәрби хәрәкәттәр ветерандары Яуғастин Мәжит Хаммат улы менән Янтов Айрат Салих улы килде.
Улар иң беренсе батырлыҡ дәресе үткәреп, балаларға фәһемле кәңәштәрен еткерҙе. Артабан мәктәп буйынса үткәрелгән шашки ярышына йомғаҡ яһап, Мәжит Хаммат улы еңеүселәр менән бер сеанс уйын үткәрҙе. Әйтергә кәрәк, Мәжит Хаммат улы уҡыусы сағында шашки буйынса һәр ваҡыт район чемпионы булып йөрөгән, ололар менән дә ярышҡан. Шуға күрә лә ул йыл һайын мәктәптә шашки ярышы үткәреүҙең спонсоры булып тора. Үҙен еңгән уҡыусыға супер-призға 5000 вәғәҙәләп тә ҡуйғайны ла, уны еңеүсе табылманы әлегә. Киләһе йылда балалар нығыраҡ тырышыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Иң һуңынан ветерандар "Йәгеҙ әле, егеттәр!" конкурсының жюриһы булып, балаларҙың сәмле ярыштарына һөйөнөшөп ҡарап ултырҙы.
Яҡташтарыбыҙ, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына Сәләх улына һәм Мәжит Хаммат улына һаулыҡ һәм ғаилә бәхете, тыныс тормош теләйбеҙ.