Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Көс һынашты балыҡсылар

! Хәйбулла районының Әбеш һәм Вәзәм ауылының оҫта балыҡсылары өсөн йәмле Һаҡмар буйында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса бәйге үткәрелгән. - Балыҡ ҡармаҡлау - беренсенән, һоҡланғыс тәбиғәтебеҙ менән аралашыуҙан онотолмаҫ тәьҫораттар алған ял булһа, икенсенән- ихтияр көсөн нығыта, өсөнсөнән- күңелде тынысландыра, ҙур ҡәнәғәтлек бирә. 30 градуслы һыуыҡҡа ҡарамаҫтан бәйге көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәләр буйынса иң күп балыҡ тотоусы - Вәзәм егете Ишемғолов Илнар . 2- се урында Әбештән Юнысов Урал, 3- сө урында Вәзәмдән Сурин Флорид. Иң эре балыҡ тотоусы- Сурин Ғәни ағай булды. Бөтә ҡатнашыусыларға ла Әбеш ауылы биләмәһе башлығы Юнысов Таһир Мөғлитдин улы иҫтәлекле бүләктәр тапшырып китте. Ә балыҡсыларҙы яр буйында Әбеш һәм Вәзәм мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән тәмле балыҡ һурпаһы һәм ҡайнар самауыр сәйе көтә ине. Күңелле ялдан матур тәьҫораттар алып таралыштыҡ, ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт,- ти сараны ойоштороусылар. 🖊️мәғлүмәт һәм фото Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөн

Көс һынашты балыҡсылар!

Хәйбулла районының Әбеш һәм Вәзәм ауылының оҫта балыҡсылары өсөн йәмле Һаҡмар буйында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса бәйге үткәрелгән.

- Балыҡ ҡармаҡлау - беренсенән, һоҡланғыс тәбиғәтебеҙ менән аралашыуҙан онотолмаҫ тәьҫораттар алған ял булһа, икенсенән- ихтияр көсөн нығыта, өсөнсөнән- күңелде тынысландыра, ҙур ҡәнәғәтлек бирә.

30 градуслы һыуыҡҡа ҡарамаҫтан бәйге көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәләр буйынса иң күп балыҡ тотоусы - Вәзәм егете Ишемғолов Илнар . 2- се урында Әбештән Юнысов Урал, 3- сө урында Вәзәмдән Сурин Флорид. Иң эре балыҡ тотоусы- Сурин Ғәни ағай булды. Бөтә ҡатнашыусыларға ла Әбеш ауылы биләмәһе башлығы Юнысов Таһир Мөғлитдин улы иҫтәлекле бүләктәр тапшырып китте.

Ә балыҡсыларҙы яр буйында Әбеш һәм Вәзәм мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән тәмле балыҡ һурпаһы һәм ҡайнар самауыр сәйе көтә ине.

Күңелле ялдан матур тәьҫораттар алып таралыштыҡ, ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт,- ти сараны ойоштороусылар.

🖊️мәғлүмәт һәм фото Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән