, Иҫке өйҙәр әле лә бар. Ә күптәре матур итеп, Һалып сыҡҡан яңы йорттар. Иҫке өйҙөң ҡапҡалары, Юҡ ине ябылғаны. Хәҙер инде бик күп йылдар, Күренмәй асылғаны. Ә шул йортта ҡасан ғына, Шау-гөр килде бала-саға. Югерешеп уйнағанда, Ҡапҡа алды тулды саңға. Ауылыма килеп керҙем, Күренмәй әбейҙәре. Йәтимһерәп балаларын, Көтөп тора өйҙәре. Атай йорто иң ҡәҙерле, Бала саҡтың хәтирәһе. Шул йорттарҙан үҫеп еткәс, Сығып китте һәр береһе. Ә кемдеңдер атайҙары, Улы тыуғас ҡыуанғандыр. Ошо йорттоң усаҡтарын, Һүндермәҫ тип уйлағандыр. Ауылыма килеп керҙем, Яңы йорттар ҡыуандыра. Буш өйҙәрҙе күреп кенә, Йөрәктәрҙе ныҡ яндыра. Тәҙрә аша ҡарай кеүек, Һәр бер йорттоң хужалары. Буш торһон өсөн һалғанмы, Улар йорт бураларын. Атай һалған нигеҙ ташын, Һыуытмайыҡ йәйен -ҡышын. Һүндермәйек бала - саҡтың, Әсәй яҡҡан усаҡтарын. Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина) 2026йыл.