❓ Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүh. Аятҡа саҡыралар. Нимә эшләргә? Аят үткәреү дөрөҫ түгел бит. ДжәзәкәЛлаhү хайран. ❗ Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ! Ураҙа мәлендә (Рамаҙан айында) көндөҙ ҡунаҡ саҡырырға ла, ҡунаҡҡа барырға ла ярамай, ҡунаҡ һылтауы менән ураҙаны боҙоу – оло гонаһ. Бөтә мәжлестәр ҙә кискеһен, ҡояш байығас үткәрелергә тейеш. "Ғәфү итегеҙ, бара алмайым, мин ураҙала", – тип яуап бирегеҙ, ояты юҡ. Рамаҙан айында, "ураҙа тотам", тип әйтеү маҡтаныу ҙа, рыя (урыҫса – показуха) ла булып тормай. Киреһенсә – был һәр кемдең фарызы, ә фарыз эштәрҙе йәшермәйҙәр. Ураҙа мәлендә көндөҙ мәжлес үткәргән кешеләрҙең үҙҙәренә оят һәм уңайһыҙ булырға тейеш. Ә тәүфиҡ – бер Аллаһтан. #һорауяуап #рамаҙан #көнкүреш © "Башҡорттарға – дин!"