! 90 йыл үҙенә байтаҡ хәл-ваҡиғаларҙы һыйҙыра. Йосоп олатайҙың яҙмышы ауыр йылдарҙа йәшәгән күп кешеләрҙең яҙмышына оҡшаш. Ул — ябай ауыл балаһы, үҙ ғүмерендә шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә кисергән. Бала, үҫмер сағы, йәшлеге ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа үтә. Тормош ныҡышмалылығы уны ғүмер буйы оҙатып барып, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Ил ағаһы үҙенең олпат йәшендә ғәжәйеп аҡыл асыҡлығын һәм тормош һөйөүен, дәртен һаҡлап ҡалған. Оҙон, еңел булмаған тормош һәм хеҙмәт юлын бик яҡшы хәтерләй ғүмер буйы тракторист, һуңынан мал ҡараусы булып эшләгән юбиляр. Бөгөн Йосоп Әбдерәхмән улы матур ҡартлыҡ кисерә. Олпат йәшенә ҡарамаҫтан, һаман эшһеҙ торорға яратмай ул. “Хәрәкәттә — бәрәкәт”,— ти. Биш намаҙын ҡалдырмай, йыл һайын ураҙалар тотоп, йәшенә бирешмәй, төшөнкөлөккә бирелмәй, бәхетле ғүмер иткән олатайға артабан да ныҡлы сәләмәтлек, күңел көрлөгө теләйбеҙ!
Хәйбулла районының Петропавловский ауылында йәшәүсе Йосоп Әбдерәхмән улы Такаев 90 йәшен билдәләне
26 февраля26 фев
~1 мин