2026 йылда Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡтар күтәрелә.Рәсәй хөкүмәте ҡарарына ярашлы, хаҡтарҙың артыуы 1 июлдә түгел, ә 1 октябрҙә көтөлә. 2026 йылда Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡтар күтәрелә. Был мәсьәлә республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ултырышында тикшерелде. Рәсәй хөкүмәте ҡарарына ярашлы, хаҡтарҙың артыуы 1 июлдә түгел, ә 1 октябрҙә көтөлә. Республиканың тарифтар буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Наил Шәрәфетдинов билдәләүенсә, яңы ставкалар Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт менән килешеп раҫланған. Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар инфраструктураны яңыртыу буйынса инвестиция программаларын тормошҡа ашыра алһын өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе арттырыу мөһим, тип белдерҙе ул. Мәҫәлән, һыу менән тәьмин итеү тарифтары бер кубометр өсөн 40,51 һумдан 44,81 һумға тиклем күтәрелә (+10,6%). Һыу бүлеү: бер кубометр өсөн 39,94 һумдан 45,03 һумға тиклем (12,