Сибай ҡалаһының күп профилле профессиональ колледжында буласаҡ тау сәнәғәте өлкәһе белгестәре өсөн яңы кабинеттар йыһазландырылды. Геология һәм маркшейдер эштәре кабинеттары «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар, «Башҡорт баҡыры» һәм «Шахта төҙөү идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре кеүек эре стратегик партнерҙарҙың, шулай уҡ ВТБ банкыһының матди һәм финанс ярҙамы менән "Йәштәр һәм балалар" милли проектына ярашлы булдырылды. Геология кабинетының ҡыҙыл таҫмаһын «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Гринцов Виталий, «Шахта төҙөү идаралығы» йәмғиәтенең баш геологы Кулбаков Андриан һәм колледж уҡытыусыһы Кодакова Нелли Николаевна ҡырҡты. Педагог Людмила Йәнбирҙина геология тармағындағы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм был йүнәлештең үҫеш перспективалары тураһында һөйләне. «Геологик төшөрөү, файҙалы ҡаҙылмаларҙы эҙләү һәм разведкалау» специальносы буйынса белем алыусы ҡыҙҙар-егеттәр уҡыу процесында ҡулланылған заманса ҡорамалдарҙа эшләп күрһәтт