! Сибай донъяла 81-се, Европала 9-сы һәм Рәсәйҙә Өфөнән ҡала икенсе оҫталар ҡалаһы булып танылды. Был дан ташты художестволы эшкәртеү һәм башҡорт милли биҙәүестәрен эшләү арҡаһында яуланды. --Был исем башҡорт халҡының биҙәү-ҡулланма сәнғәтен һаҡлау һәм артабан үҫтереү, оҫталарыбыҙҙың һәм таш ҡырҡыусы рәссамдарыбыҙҙың профессиональ үҫеше, Шулай уҡ Сибайҙа мәҙәни туризмды үҫтереү өсөн ҙур стимул буласаҡ, тип ышанам,--ти Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов.
Сибай ҡалаһы Бөтә донъя һөнәрселек советының «Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы» тигән маҡтаулы исеменә лайыҡ булды
10 февраля10 фев
~1 мин