! Ҡарҙар яуа урамда, Эшем дә юҡ буранда, Ҡар көрәүе ауыр түгел Һин янымда булғанда. Етмәй бары эш кенә, Беләгемдә көс кенә, Йылмаяһың миңә ҡарап – Йөрәгемдә хис кенә! Үткән йылдар – йыр ғына, Күҙҙәреңдә нур ғына, Бәхет яуһын ҡарҙар булып, Яндарымда бул ғына! Яуһын әйҙә ҡарҙары! Ашыҡмаһын яҙҙары… Һалҡын ҡышты йылытырлыҡ Һөйөүемдең наҙҙары! Фирүзә Абдуллина.