Герой партаһы Әсә йәше тамды, Тыпылданы, Ябай ғына, ағас өҫтәлгә. Кемдер ишетмәне тып! иткәнде, (Тамсы йәшең бер тин– күптәргә). Ер ярылған тауыш булды бит был! Шаңдауҙары китте күктәргә! Ул "шартлау"ҙы нисек еткерергә, Ниндәйерәк һүҙҙәр өҫтәргә!? "Герой партаһы"на тамған йәштән, Ҡолаҡ тондо, донъя сайҡалды! (Беҙҙең халыҡ ныҡ шул, сабыр инде), Әсә– тора! Донъя– саҡ ҡалды. Бер тамсы йәш төшөп сәс(е) рәне, Ялҡынынан йөрәк өтөлдө... Ах! Был һуғыш! Бөтә ауыл менән, Яҡшы хәбәр бит һуң көтөлдө... Әсә йәше тамды. Тыпылданы! Туҡылданы! Әллә шартланы! Кемдер танау тартты... бышылданы... Бала- саға шиғыр ятланы. ...Мәктәп тауын төшәм, Һаман әле, Зымбырлата уйҙар арҡаны. Ҡысҡыраһым килә: онотмағыҙ! Әсә йәше тамған партаны! Ф. Сирбаев Утыҙ йылдан ашыу мин шиғриәттең тоғро ҡоломон. Ун йыл БР яҙыусылар союзындамын. Үҙем ошо йәшкәсә физик эштәмен. Шиғырҙар
МХОла батырҙарса һәләк булған Артур Ғиләжевтың әсәһе Әлфиә апай Ғиләжеваға арнала
8 февраля8 фев
1 мин