: -Йыл һайын Йылайыр районы төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Еңеү яулай. Үткән йылдарҙа Сәләх, Юлдыбай ауылдары “Айыҡ ауыл” конкурсында әүҙем ҡатнашып урындар яуланы. Матрай ауылы, тыуған ауылым булараҡ, был конкурста ҡатнашыу теләген белдереүҙәренә бик шатмын. Матрайҙар үҙҙәренең дәртлелеге, эш һөйөүсәнлеге менән айырылып тора. Конкурста ҡатнашыу уларға әүҙемлек өҫтәне. Боронғо халыҡ кәсептәрен тергеҙеү маҡсатында улар оҫталыҡ дәрестәре, саф һауала күңелле спорт уйындары, мәҙәни саралар ойоштора. Бөгөн дә һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, бик матур быйма байрамы уҙғарылды. Бәхет ул эсеүҙә түгел, бәхет ул – аңлы булып йәшәүҙә, үҙ-үҙеңде тыйып, яуаплы булыуҙа. Бөтәбеҙҙә шуны аңлап, бер –беребеҙгә терәк булып, күңелле, берҙәм йәшәйек. Алыҫ араларҙы яҡынайтып килеүсе ут күршеләребеҙ Хәйбулла, Ейәнсура, Баймаҡ райондарынан ҡунаҡтарыбыҙға рәхмәтемде белдерәм. Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, уңыштар теләйем. Көндән көн айыҡ кешеләр араларыбыҙҙа күберәк булһын. 🖊️фото Йылайыр районы хакимиәте башлығы Бори