! Быйыл бәйгегә 100-гә яҡын ғариза ҡабул ителде, 30-ҙы финалға үтте. Ҡыйғы, Дыуан, Салауат, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Белорет, Баймаҡ, Мәләүез. Учалы райондары, Өфө гимназиялары, Сибай ҡалаһы, Силәбе өлкәһе әүҙем булды, Федоровка менән Илеш тә ҡушылды. "Диктор тауышы"ндағы яңылыҡ - Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусынан ҡатнашыусылар бар. Абруйлы жюри улар араһынан 12 еңеүсене һайлап алды. 1 урынға Баймаҡ ҡалаһының 5-се дөйөм биреү мәктәбе уҡыусыһы Азамат Иҙелбаев һәм Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Бәхтийәр Муллахмәтов лайыҡ булды. 2 урынға Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия интернаты уҡыусыһы Яҙгөл Хәйруллина, Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылының 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Яҙгөл Ғафарова һәм Учалы районының Комсомольск урта мәктәбе уҡыусыһы Илнара Әбдрәхимова сыҡты. 3 урын Дипломы менән Өфөнән Сулпан Ишмөхәмәтова, Салауат районы Әлкә ауылынан Лилиә Кәримова,