Тиҙҙән, 17 февралдә, Сибай ҡалаһының Балалар ижады йортонда талантлы йырсы, ҡурайсы, яҡташыбыҙ—Баймаҡ районы Буранбай ауылы егете Юнир Һағынбаев «Йырҙарымда—халҡым тарихы» исемле концерт менән сығыш яһаясаҡ. Ошо уңайҙан, Юниргә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. —«Йәшел яулыҡ» кеүегерәк матур йыр менән эстрада донъяһына күкрәп килеп ингән Юнир һуңғы арала юғалғандай...
—Юғалыуын юғалманым, башҡа йырсылар менән концерт залдарында сығыш яһап торҙом. Бары үҙ концертымды ойоштормағанға күренмәйерәк ҡалғанмындыр. Ә популяр йырға килгәндә, «Йәшел яулыҡ», «Тәгәрәне алмалай ғүмер», «Әсәй, мине таңда уят әле» кеүек популяр йырҙарым бөгөн дә хиттар араһында. Халыҡ уларҙы яраталыр. Сөнки юбилей сараһы булһынмы, концертмы, мәжлестәрме—барыһында ла ошо йырҙарымды һорап йырлаталар. «Юлдаш» радиоһында ла минең башҡарыуҙа йырҙар йыш яңғырай. —Әла ҡайҙа эшләйһең? —Төп эшем Республика халыҡ ижады йортоноң «Атайсал» мәҙәни үҙәгендә. Өфө ҡалаһы Кустарная урамында урынлашҡан. Күптәр уны беләлер. Элек