Баймаҡ районы Янғаҙы, Беренсе Этҡол, һәмән ауылдарында ҡотороу сире теркәлгән Рәсәй Федерацияһының күпселек субъекттарында, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы территорияһында йорт һәм ауыл хужалығы малдары ҡатнашлығында ҡырағай мөхиттә ҡотороу вирусы даими циркуляциялана.
Дөйөм алғанда, 2025 йылдан алып Рәсәйҙә кешеләрҙең ҡотороуға шикле хайуандар менән бәйләнеше осраҡтары йышайған. Шулай уҡ ҡотороу ауырыуы менән сирле хайуандар һаны арта: ҡырағай хайуандар араһында—47%, йорт хайуандары араһында—40%, ауыл хужалығы малдары араһында—13%.
Беҙҙең илдә 2010 йылдан ауыл хужалығы малдарын, ә 2012 йылдан йорт хайуандарын (эттәр һәм бесәйҙәр) вакцинациялау индерелгән.
Ҡотороу ауырыуы (гидрофобия, һыуҙан ҡурҡыу)—сирле хайуан тешләгәндән һуң барлыҡҡа килгән, нервы системаһы ныҡ зарарланған һәм, ҡағиҙә булараҡ, үлем менән тамамланған вируслы ауырыу. Бөтә һөтимәрҙәр, шул иҫәптән кеше лә, ҡотороу ауырыуынан яфалана. Ауырыу хайуандарҙың тешләүенән, сапсыуынан, төкөрөгөнән, шулай уҡ зарарланған төк