Башавтотранс” акционерҙар йәмғиәтенә ҡараған һәм ҡала маршруттары буйынса хәрәкәт иткән авобустарҙа билет хаҡы 46 һум була. “Алға” транспорт картаһы менән иҫәпләшеү 42 һумға төшә. Муниципаль маршруттарға ла билет хаҡы арта. Тарифтарҙың үҙгәреүе инфляция, яғыулыҡ, запас өлөштәргә һәм ремонтҡа хаҡ күтәрелеү менән бәйле.