Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Фәррәх улы КАШАПОВ Башҡортостан Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе тураһында үҙ фекерен белдерҙе. Уны муниципаль кимәлдә тормошҡа ашырыу йүнәлештәрен билдәләне. “Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе алдағы осорға эшебеҙҙең төп йүнәлештәрен билдәләй. Еңеүгә ирешеү өсөн бөтә көстәрҙе бергә туплау кәрәклеген тулыһынса хуплайым. Радий Фәрит улы үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә эшебеҙгә туранан-тура ҡағылышы булған бер нисә аныҡ ҡарарҙы һәм йөкләмәне атаны: - пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен булдырыу буйынса дөйөм Рәсәй башланғысына ярашлы, унда кеше йыйыу тәьмин ителәсәк. - махсус хәрби операция ветерандарының торлағын ҡулайлаштырыуға контроллек итеүгә айырым иғтибар бирәбеҙ. - яҡташтарҙың батырлығын мәңгеләштереү маҡсатында республика Башлығы тейешле Указға ҡул ҡуясаҡ. Районда һәр ауыл биләмәһендә МХО-ла һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә Аллея булдырасаҡбыҙ. - муниципаль кимәлдә районда республика Башл
Марс Кашапов: “Бергәләп бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алырбыҙ!”
2 февраля2 фев
1 мин