Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылы халҡы дәртлелеге, әүҙемлеге, йыр-моң яратыуы менән айырылып тора. Улар 1983 йылда һалынған мәҙәниәт йортонда күрше ауыл таланттары менән берлектә дүрт халыҡ ансамбле булдырған. Шуныһы борсой: клуб шул мәлдәрҙән ремонт күрмәгән. Ошоно иҫәпкә алып, ауыл халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашырға теләк белдергән. --Әгәр беҙ уйлаған проект еңеп сыҡһа, клуб ҡыйығын алмаштырырға ниәтләйбеҙ,--ти мәҙәни саралар ойоштороусы, ауылдағы ансамблдәрҙең етәксеһе Рәсимә Халиҡова. #МиллиПроекттар #Мәҙәниәт