Өлсәһе арҡаһында, бала атаһын да юғалтты. Хәҙер ул үкһеҙ етем. Һаумыһығыҙ, "Атайсал" гәзите хеҙмәткәрҙәре!
Гәзит аша уйҙарымды, бошоноуҙарымды халыҡҡа еткергем килмәй. Һуңғы йылдарҙа шул тиклем кешеләр үҙгәрҙе. Өйөнә бикләнде, ҡатышмай, урамда ҡолап ятһаң да ярҙамға килмәй. Бөтәһен дә тик аҡса ҡыҙыҡһындыра. Махсус хәрби операцияның башланыу китеүе лә күптәрҙең ысын йөҙөн асты. Яугирҙәргә ҡаралған түләүҙе алыр өсөн ни генә ҡыланмайҙар? Күршемдең ҡыҙы кейәүгә сығып бәхетле генә йәшәп ятҡанда, илдә яман сир--ковид таралды. Ауырлы ҡатын да, ире лә коронавирус менән ауырыны. Ир өйҙә генә дауаланһа, ҡатын дауаханаға инде. Бәпәйен табыуын тапты, тик сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән булып сыҡты. Ә йәш әсә үҙе шул сирләүҙән мандымай, балаһына ике ай булғанда мәрхүмә булып ҡалды. Күршем, өләсәй булараҡ, сабыйҙы үҙе көттө. Баланың атаһы, шул ауырыуынан ныҡ йүткереүенә ҡарамаҫтан, Себерҙә эшен дауам итте. Өләсәй кеше яндырай, яһил ғына. Кейәүен алиментҡа бирҙе. Кейәүе, әлбиттә, түләне. Вахтанан ҡай