Өфөлә билдәле сәнғәт эшмәкәре, хореограф-балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарова 64-се йәшендә арабыҙҙан китте. Мәрхүмә менән бәхилләшеү 13 февралдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа. Гөлназ Аҡназарованы тыуған яғы Баймаҡ районының Темәс ауылында ерләйҙәр.