Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Ҡар бейек тауҙарға ғына ятамы

? Ниндәйҙер һорауға яуап таба алмаһам, һәр ваҡыт кешеләрҙең теге йәки был мәсьәләгә фекерҙәрен белергә тырышам. Был юлы һорауҙы шулай ҡуйҙым: "Ни өсөн сал сәс ир-атты күркәм, ә ҡатын-ҡыҙҙы ҡарт итеп күрһәтә?" Бер ваҡыт Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми үҙенең сал сәстәренә шундай баһа биргәйне: "Ҡар бейек тауҙарға ғына ята". Ә икенсе бер ялтыр башлы шағир:"Аҡыллы башта сәс тормай" тип көлдөрҙө. Ә теге һорауға килгәндә, бер нескә зат ир-атҡа нилектән сал сәс килешеүен шулай аңлатты:"Ир-ат маймылдан саҡ ҡына матурыраҡ булһа ла, еткән..." Ә ҡатын-ҡыҙҙарға ни өсөн сал сәс килешеп етмәүен бер төртмә тел ир кеше үҙенсә дәлилләп:"Сал сәс аҡыл билдәһе бит, ҡалғанын үҙең аңла..." тип кенә ҡуйҙы. Әлбиттә, был яуаптар юмор, мәрәкә менән бирелде. Шулай ҙа башҡалар нисек уйлай икән? Ни өсөн..? "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 1070-се күҙәтеү. Әхмәр Үтәбай

Ҡар бейек тауҙарға ғына ятамы?

Ниндәйҙер һорауға яуап таба алмаһам, һәр ваҡыт кешеләрҙең теге йәки был мәсьәләгә фекерҙәрен белергә тырышам. Был юлы һорауҙы шулай ҡуйҙым: "Ни өсөн сал сәс ир-атты күркәм, ә ҡатын-ҡыҙҙы ҡарт итеп күрһәтә?"

Бер ваҡыт Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми үҙенең сал сәстәренә шундай баһа биргәйне: "Ҡар бейек тауҙарға ғына ята". Ә икенсе бер ялтыр башлы шағир:"Аҡыллы башта сәс тормай" тип көлдөрҙө.

Ә теге һорауға килгәндә, бер нескә зат ир-атҡа нилектән сал сәс килешеүен шулай аңлатты:"Ир-ат маймылдан саҡ ҡына матурыраҡ булһа ла, еткән..."

Ә ҡатын-ҡыҙҙарға ни өсөн сал сәс килешеп етмәүен бер төртмә тел ир кеше үҙенсә дәлилләп:"Сал сәс аҡыл билдәһе бит, ҡалғанын үҙең аңла..." тип кенә ҡуйҙы.

Әлбиттә, был яуаптар юмор, мәрәкә менән бирелде. Шулай ҙа башҡалар нисек уйлай икән? Ни өсөн..?

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан

1070-се күҙәтеү. Әхмәр Үтәбай