Хәйбулла районының Йәнтеш ауылының Һаҡмар буйында балыҡсылар ярышты.Ҡыш йылғала мәке уйып балыҡ тотоу – күптәрҙең яратҡан шөғөлө. Районыбыҙҙағы йылға-күлдәрҙә балыҡсылар һуҡмағының ҡыш дауамында өҙөлөп торғаны юҡ. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, Йәнтеш ауылында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан балыҡ тотоу буйынса ярыш ойошторолдо. 2026 йыл Рәсәйҙә -Халыҡтар берҙәмлеге, Башҡортостанда- Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Һәм Ватанды һаклаусылар көнөнә бағышлап үтте. Унда был спорт төрөн үҙ итеүсе дүрт тиҫтәнән артыҡ кеше ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, балыҡ ҡаптырыу һуңғы йылдарҙа айырыуса популярлашты. Ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа спорттың был төрөнә күберәк тартыла. Быйылғы ярышта ла илаһи зат вәкилдәре лә үҙ-ара көс һынашты. Ярышҡа старт бирелгәндән һуң, оҙаҡ та көттөрмәй ҡалҡауыстар сиртә башланы һәм беренсе балыҡтар пәйҙә булды. Бәйге талаптары буйынса ике сәғәт ваҡыт эсендә иң күп балыҡ тотоусылар финалға сыҡты. Шул рәүешле Илмир Мөҙәрис улы Искужин–42 балыҡ тотоп бер