Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Йылайыр районы Матрай ауылының социаль приют хеҙмәткәрҙәре ағинәйҙәрҙе, мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәрен саҡырып

күңелле сара – быйма байрамы ойошторған. «Байрамда командалар визит карточкаһы, мода күрһәтеү, йыр-моң буйынса һәләттәрен күрһәтте, күңелле эстафеталарҙа ҡатнашты. Ауылдың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре иһә сараға килеүселәрҙе үҙҙәренең моңло йырҙары менән дәртләндереп торҙо. Күңелле ярыштарҙан һуң барыһы бергә самауыр сәйе менән һыйланып, ритайым бейеп, иҫтәлекле бүләктәр алып таралышты. Әйткәндәй, район халҡын 6 февралдә уҙасаҡ «Эх , быймаһы, быймаһы!» сараһында көтәбеҙ!» – тип яҙа матрайҙар социаль селтәрҙә.

Йылайыр районы Матрай ауылының социаль приют хеҙмәткәрҙәре ағинәйҙәрҙе, мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәрен саҡырып күңелле сара – быйма байрамы ойошторған.

«Байрамда командалар визит карточкаһы, мода күрһәтеү, йыр-моң буйынса һәләттәрен күрһәтте, күңелле эстафеталарҙа ҡатнашты. Ауылдың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре иһә сараға килеүселәрҙе үҙҙәренең моңло йырҙары менән дәртләндереп торҙо. Күңелле ярыштарҙан һуң барыһы бергә самауыр сәйе менән һыйланып, ритайым бейеп, иҫтәлекле бүләктәр алып таралышты. Әйткәндәй, район халҡын 6 февралдә уҙасаҡ «Эх , быймаһы, быймаһы!» сараһында көтәбеҙ!» – тип яҙа матрайҙар социаль селтәрҙә.

-2
-3
-4