Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Баймаҡ районы мәҙәниәт йортонда Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты уҡыусыларының "Йәш шайморатовсылар балы" уҙҙы

Беҙҙең районда был сара тәүге тапҡыр уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, бар яҡтан да өлгө алырҙай уҡыусылар, уларға тейешле тәрбиә биреүсе белем усағы һәр ваҡыттағыса бик етди әҙерләнгән. Йәш шайморатовсыларҙы район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Рәмил улы Нәҙерғолов, Баймаҡ районы Советы секретары Иҙел Данил улы Әбүбәкиров, Баймаҡ районы мәғариф бүлеге начальнигы Ишбулды Зәйнулла улы Сиражетдинов тәбрикләне. Билдәле генералдың аманатына тоғро ҡалыусы йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар шайморатовсылар балына ысын мәғәнәһендә лайыҡлы уҡыусылар. Башҡорт рухы, башҡорт мөхитендә тәрбиә алғанға ла һәр береһенең күҙенән осҡон сәселеп тора. Бик күптәре уҡыу өлкәһендә алған уңыштары, төрлө мәҙәни сараларҙа даими ҡатнашҡандары өсөн маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеп ҡыуанды. Сара барышында Ғәлинур Хәмитов башҡарыуындағы "Батырҙар йыры" һәм "Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле егеттәре сығышы байрамға айырыуса мәртәбә өҫтәне. Ысынлап та, бөгөнгө шайморатовсылар - ул

Баймаҡ районы мәҙәниәт йортонда Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты уҡыусыларының "Йәш шайморатовсылар балы" уҙҙы. Беҙҙең районда был сара тәүге тапҡыр уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, бар яҡтан да өлгө алырҙай уҡыусылар, уларға тейешле тәрбиә биреүсе белем усағы һәр ваҡыттағыса бик етди әҙерләнгән.

Йәш шайморатовсыларҙы район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Рәмил улы Нәҙерғолов, Баймаҡ районы Советы секретары Иҙел Данил улы Әбүбәкиров, Баймаҡ районы мәғариф бүлеге начальнигы Ишбулды Зәйнулла улы Сиражетдинов тәбрикләне.

Билдәле генералдың аманатына тоғро ҡалыусы йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар шайморатовсылар балына ысын мәғәнәһендә лайыҡлы уҡыусылар. Башҡорт рухы, башҡорт мөхитендә тәрбиә алғанға ла һәр береһенең күҙенән осҡон сәселеп тора. Бик күптәре уҡыу өлкәһендә алған уңыштары, төрлө мәҙәни сараларҙа даими ҡатнашҡандары өсөн маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеп ҡыуанды. Сара барышында Ғәлинур Хәмитов башҡарыуындағы "Батырҙар йыры" һәм "Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле егеттәре сығышы байрамға айырыуса мәртәбә өҫтәне.

Ысынлап та, бөгөнгө шайморатовсылар - ул беҙҙең киләсәгебеҙ, белемле һәм тәрбиәле йәштәребеҙ. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ҡаһарманлыҡ, рухи мираҫ уларға сағыу маяҡ булып тора.

🖊️мәғлүмәт һәм фото Баймаҡ район мәҙәниәт йорто сәхифәһенән