Барыһы ла ЕҢЕҮ өсөн! Илдар Сәлихйән улы Хәмитов, Сибай институты директоры, Сибай ҡала Советы депутаты: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайға, Башҡортостан халҡына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Ҡыҫҡаса әйткәндә, мин был сығышты бөтә Республика, унда йәшәгән һәр кем өсөн төп стратегик йүнәлеш тип ҡабул иттем. Нимәләр эшләнгән, алда ниндәй бурыстар тора һәм килсәккә ниндәй уйҙар менән хәрәкәт итергә тейешбеҙ. Радий Фәрит улы бер сәғәттән ашыу булған сығышында нәҡ ошо һорауҙарға яуап бирҙе лә инде.
Һис шикһеҙ, беренсе урында махсус хәрби операция темаһы тора. Был бөгөнгө көндә иң төп, иң мөһим һорауҙарҙың береһе. Беҙ ҡасандыр ата-олатайҙарыбыҙ әйткәнсә ”Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн” тигән саҡырыу аҫтында эшләргә, йәшәргә, киләсәккә барырға тейешбеҙ. Республика башлығының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһенең дә ”Бөтәһе лә Еңеү өсөн” тип аталыуы һис кенә лә осраҡлы түгелдер.
Ярҙам итергә тырышыу--ул беҙҙең ҡаныбыҙҙа, ул беҙҙең тәбиғи код, тип Радий Фәр