“Халҡыңа хеҙмәт итеү” Бөтә Рәсәй муниципаль премияһы менән бүләкләнеүсе Илнара САФИНА Мөрәжәғәтнамә тураһында үҙ фекере менән уртаҡлашты. “Сельсовет” позывнойлы МХО яугиренең хәләл ефете, өс бала әсәһе Салауат районының Миәшәгәр ауыл биләмәһенә етәкселек итә. – Республикабыҙ лидеры менән һоҡланыуҙан туҡтамайым! Белемле, аҡыллы, тәжрибәле һәм, иң мөһиме, ихлас етәксе ул Радий Хәбиров. Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһен ул быйылға ҡуйылған төп бурыстан башланы – БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН! Радий Фәрит улы тағы ла бер тапҡыр, беҙҙең өсөн, Башҡортостан һәм ил халҡы өсөн, иң мөһиме – ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм төп бурыс – МХО-ға булышлыҡ итеү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Дүртенсе йыл көткән МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн бындай яҡлау һүҙҙәрен ишетеү бик ҡыуаныслы. Бөтә райондарҙа ла МХО яугирҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәктәрен булдырыу яҡшы буласаҡ. Сөнки барыһының да Өфөгә барыу мөмкинлеге юҡ. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың яҡындары һәм яугирҙәр үҙҙәре лә теләгән ваҡытта урындағ
“Яугир ғаиләләре өсөн яҡлау һүҙҙәрен ишетеү ҡыуаныслы”
30 января30 янв
1 мин