Найти в Дзене
Атайсал гәзите

☀ ҺӨЙӨНӨР ӨСӨН МЕҢ СӘБӘП

! 🌀 Иртә менән тороп аяҡҡа баҫтың, шунан йөрөп киттеңме? Һөйөн - донъяла күпме кеше: "Эх, бер генә тороп баҫырға ине лә, йөрөп китергә ине!" - тип хыялланып ята… 🌀 Тәҙрәнән донъяның матурлығын: күктең зәңгәрлеген, нурлы ҡояшты күрҙеңме? Тағы һөйөн: донъяла көн яҡтылығын күрә алмаусы һуҡырҙар күпме?! 🌀 Ҡәҙерле кешеңдең наҙлы тауышын, яратҡан көйөңдө, ел һыҙғырыуын, табала ҡоймаҡ шыжлауын ишетеп кинәндеңме? Һөйөнөр өсөн тағы бер сәбәп: был донъяла күпме кеше ишетмәй… 🌀 Һөйләшә алаһыңмы? Һөйөн - бынан мәхрүм булғандар ҙа күп! 🌀 Яҡты, матур өйөгөҙ бармы? Һеҙ бик бай! Донъяла йортһоҙ-ерһеҙ зарығып йөрөүселәр күпме?! 🌀 Табын янына ултырып икмәк, тәмле, татлы ризыҡтар менән һыйландыңмы? Аллаға шөкөр ит: Ер йөҙөндә астар бик күп! Беҙгә яп-ябай тойолған һыуға ла шөкөр итеү кәрәк. Һыуға туймаусы илдәр, халыҡтар күпме?! 🌀 Яҙылғандарҙы уҡып сыҡтыңмы? Тағы бер һөйөн: донъяла уҡый-яҙа белмәүселәр ҙә бик күп! Һөйөнөп, шөкөр итеп йәшәйек, дуҫтар!

☀ ҺӨЙӨНӨР ӨСӨН МЕҢ СӘБӘП!

🌀 Иртә менән тороп аяҡҡа баҫтың, шунан йөрөп киттеңме?

Һөйөн - донъяла күпме кеше: "Эх, бер генә тороп баҫырға ине лә, йөрөп китергә ине!" - тип хыялланып ята…

🌀 Тәҙрәнән донъяның матурлығын: күктең зәңгәрлеген, нурлы ҡояшты күрҙеңме?

Тағы һөйөн: донъяла көн яҡтылығын күрә алмаусы һуҡырҙар күпме?!

🌀 Ҡәҙерле кешеңдең наҙлы тауышын, яратҡан көйөңдө, ел һыҙғырыуын, табала ҡоймаҡ шыжлауын ишетеп кинәндеңме?

Һөйөнөр өсөн тағы бер сәбәп: был донъяла күпме кеше ишетмәй…

🌀 Һөйләшә алаһыңмы?

Һөйөн - бынан мәхрүм булғандар ҙа күп!

🌀 Яҡты, матур өйөгөҙ бармы? Һеҙ бик бай! Донъяла йортһоҙ-ерһеҙ зарығып йөрөүселәр күпме?!

🌀 Табын янына ултырып икмәк, тәмле, татлы ризыҡтар менән һыйландыңмы?

Аллаға шөкөр ит: Ер йөҙөндә астар бик күп!

Беҙгә яп-ябай тойолған һыуға ла шөкөр итеү кәрәк. Һыуға туймаусы илдәр, халыҡтар күпме?!

🌀 Яҙылғандарҙы уҡып сыҡтыңмы?

Тағы бер һөйөн: донъяла уҡый-яҙа белмәүселәр ҙә бик күп!

Һөйөнөп, шөкөр итеп йәшәйек, дуҫтар!