Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

🤲 Өләсәйем өйрәтер ине

🌀 Керҙәрҙе айырып алып, тап-таҙа итеп йыуып, ҡат ҡат сайып, ҡағып, тиҫкәре яғын әйләндереп, билдәле бер тәртиптә элегеҙ. Мәйеттең керҙәре генә һығылмаҫ, әйләндерелмәҫ, шул көйө эленер. 🌀 Ир-аттың керҙәрен яғаһынан йыуа башларға кәрәк. Ил өҫтөндә, ауыл, кешелар араһында абруйлы булыр, һүҙе үтер. 🌀 40 көнөнә тиклем сабый баланың керҙәре өйҙә эленер. Йәй көндәре ышыҡ урында, кеше күҙе күрмәҫ ерҙә булыр. 🌀 Кер бауы таҙа, аулаҡ ерҙә булыр. Нәмә ҡағылдырып аяҡ аҫтында тормаҫ. 🌀 Эске кейемдәр ҙә ышыҡ ерҙә киптерелер. Кеше күҙенең энергияһы, зәхмәте күрмәҫ ерҙә. 🌀 Ир-ат кейемдәре, балалар кейемдәре иҙән йыуғысы ителмәҫ. Ауырыу ҡағылыр. 🌀 Кейемдәр, ғөмүмән, һауыт-һаба, мебель кеүек әйберҙәрҙә сама тигән нәмә кәрәктер. Исраф – оло гонаһ. Шуның өсөн артыҡ әйбер алыу тыйыла. Кейемдәр ҙә әҙ булырға тейеш. Уларҙы ямап кейеү сауаплы эш. Борон 7 тапҡыр ямалһа, сауаплы ғәмәл булған. 🌀 Өй эсен тәртипле таҙа тоторға, кейемдәрҙе элергә, тупһа алдына ҡый өйөп һалмаҫҡа. Фәрештәләр инмәҫ. 🌀

🤲 Өләсәйем өйрәтер ине...

🌀 Керҙәрҙе айырып алып, тап-таҙа итеп йыуып, ҡат ҡат сайып, ҡағып, тиҫкәре яғын әйләндереп, билдәле бер тәртиптә элегеҙ.

Мәйеттең керҙәре генә һығылмаҫ, әйләндерелмәҫ, шул көйө эленер.

🌀 Ир-аттың керҙәрен яғаһынан йыуа башларға кәрәк. Ил өҫтөндә, ауыл, кешелар араһында абруйлы булыр, һүҙе үтер.

🌀 40 көнөнә тиклем сабый баланың керҙәре өйҙә эленер. Йәй көндәре ышыҡ урында, кеше күҙе күрмәҫ ерҙә булыр.

🌀 Кер бауы таҙа, аулаҡ ерҙә булыр. Нәмә ҡағылдырып аяҡ аҫтында тормаҫ.

🌀 Эске кейемдәр ҙә ышыҡ ерҙә киптерелер. Кеше күҙенең энергияһы, зәхмәте күрмәҫ ерҙә.

🌀 Ир-ат кейемдәре, балалар кейемдәре иҙән йыуғысы ителмәҫ. Ауырыу ҡағылыр.

🌀 Кейемдәр, ғөмүмән, һауыт-һаба, мебель кеүек әйберҙәрҙә сама тигән нәмә кәрәктер. Исраф – оло гонаһ. Шуның өсөн артыҡ әйбер алыу тыйыла. Кейемдәр ҙә әҙ булырға тейеш. Уларҙы ямап кейеү сауаплы эш. Борон 7 тапҡыр ямалһа, сауаплы ғәмәл булған.

🌀 Өй эсен тәртипле таҙа тоторға, кейемдәрҙе элергә, тупһа алдына ҡый өйөп һалмаҫҡа. Фәрештәләр инмәҫ.

🌀 Кәрәкмәгән кейемдәрҙе яғырға, ярылған сынаяҡ, эшкинмәгән нәмәләрҙе ташларға. Ярыҡ сынаяҡ менән сәй эсмәҫкә – бәхетең китек булыр.

🌀 Бала тәтәйҙәре, кейемдәре иҙәндә туҙып ятмаһын. Йыуып, йыйып өҫтә тотоғоҙ.