Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Әсәм әйтә ине: "Фәрештәләр

Таң алдында бәхет өләшә. Егәрлеләр генә үҙ өлөшөн Алыр өсөн тороп өлгәшә. Йоҡосоға өлөш бирмәй улар, Өлөшһөҙҙө һөймәй алла ла… Таңда йоҡлап ятһа, яҙын иртә Сәскә атмаҫ ине алма ла". "Әсә һүҙе — тәңре һүҙе" тиҙәр, Күңелемдә тере һаҡланым. Эштә үтте көнөм. Көс-тир түгеп Ҡаршы алдым төндөң һәр таңын. Урман ҡырҡтым. Әглә утындарҙы Йөк-йөк тейәп һәр көн оҙаттым. Кешеләрҙең өйө йылынһын тип, Үҙ өйөмдө бик йыш оноттом. Ғүмер уҙҙы. Әммә фәрештәләр Алып килмәнеләр бәхетте. Әсәм, мәрхүм, баҡһаң, әйткән икән Ошо эштең үҙен — бәхет тип. Шулай икән — таңды эш өҫтөндә Ҡаршылауҙа икән ҙур бәхет. Шул эшеңдән күҙҙәр нурланыуы, Кеше ҡыуаныуы — ҙур бәхет. Әле тоям: фәрештәләр түгел, Мин үҙем бит бәхет өләшәм. Йөрәгемдең ярһыу йылыһынан Егәрлеләр ҡалмай өлөшһөҙ. Шулай барһын — килер таңдарым да Хеҙмәт бәхете татып атһындар. Эш тирҙәрем ошо бәхет өсөн. Зәйнәб Биишева.

Әсәм әйтә ине: "Фәрештәләр

Таң алдында бәхет өләшә.

Егәрлеләр генә үҙ өлөшөн

Алыр өсөн тороп өлгәшә.

Йоҡосоға өлөш бирмәй улар,

Өлөшһөҙҙө һөймәй алла ла…

Таңда йоҡлап ятһа, яҙын иртә

Сәскә атмаҫ ине алма ла".

"Әсә һүҙе — тәңре һүҙе" тиҙәр,

Күңелемдә тере һаҡланым.

Эштә үтте көнөм. Көс-тир түгеп

Ҡаршы алдым төндөң һәр таңын.

Урман ҡырҡтым. Әглә утындарҙы

Йөк-йөк тейәп һәр көн оҙаттым.

Кешеләрҙең өйө йылынһын тип,

Үҙ өйөмдө бик йыш оноттом.

Ғүмер уҙҙы. Әммә фәрештәләр

Алып килмәнеләр бәхетте.

Әсәм, мәрхүм, баҡһаң, әйткән икән

Ошо эштең үҙен — бәхет тип.

Шулай икән — таңды эш өҫтөндә

Ҡаршылауҙа икән ҙур бәхет.

Шул эшеңдән күҙҙәр нурланыуы,

Кеше ҡыуаныуы — ҙур бәхет.

Әле тоям: фәрештәләр түгел,

Мин үҙем бит бәхет өләшәм.

Йөрәгемдең ярһыу йылыһынан

Егәрлеләр ҡалмай өлөшһөҙ.

Шулай барһын — килер таңдарым да

Хеҙмәт бәхете татып атһындар.

Эш тирҙәрем ошо бәхет өсөн.

Зәйнәб Биишева.