28-30 ғинуарҙа Башҡортостанда III «Кесе Ватан — Рәсәй көсө» Бөтә Рәсәй муниципаль форумының «Муниципаль үҫеш: яңы үҫеш драйверҙары» төбәк көнө үткәрелә. Фото: Олег Яровиков/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иңдәренә ауыр бурыс һалынған муниципалитет башлыҡтарына ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. «Һеҙ беренселәрҙән булып халыҡ менән аралашаһығыҙ, тәүгеләрҙән булып уларҙың көнүҙәк проблемаларын хәл итәһегеҙ. Ошо бурыстарығыҙға һеҙгә хас булмаған бурыстар ҙа өҫтәлде. Формаль күҙлектән ҡарағанда, был һеҙҙең вәкәләт түгелдер, бәлки. Беҙ һеҙҙең менән бергәләп илебеҙ президенты ҡуйған мөһим бурысты хәл итәбеҙ, махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтәбеҙ. Был иһә үтә ауыр хеҙмәт. Яугирҙәргә күмәкләп ярҙам итәбеҙ. Республикабыҙҙа хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә бармаған бер генә муниципалитет башлығы ла юҡ, әйткәндәй, улар беҙҙә 63. Сөнки улар быны үҙҙәренең бурысы тип иҫәпләй. Улар яҡташтарыбыҙға гуманитар йөк ташый, беҙ йәмғ
Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды
29 января29 янв
1 мин