“Башҡорт баҡыры” йәмғиәте Үрге Пышмала Техник университетта махсус йүнәлтмә буйынса белем алыусы 32 студентты эшкә көтә. Улар араһында буласаҡ электрик Нәзиф Нурғәлин бар. Егет Хәйбулла районы Вәлит ауылынан. Нәзиф уҡыған мәктәпкә предприятие вәкилдәре йыш осрашыуға килә. Шуларҙан һәм ағаһынан Нәзиф йүнәлтмә буйынса уҡыу мөмкинлеге барлығын белеп ҡала. Сифатлы белем алыу ниәте менән Техник университеттың «Электроэнергетика һәм электротехника» йүнәлешенә уҡырға инә. Әле өсөнсө курс студенты Нәзиф йәмғиәттә производство практикаһы үтә. Быға тиклем ул тау-технология ҡоролмалары, энергия, йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү цехтарында, Байыҡтырыу фабрикаһында була. “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә уға тәжрибә тупларға мөмкинлек биргән остаздары бик ентекләп эш рәтен аңлаталар, әле үк предприятиела дуҫтары барлыҡҡа килгән. Нәзиф үҙе уҡыған белем усағы хаҡында ла матур фекерҙә. Заманса белем бирәләр, практика мәлендә тәжрибә тупларға мөмкинлектәр бар, ти ул. Уҡыу кластарында - бөтә ҡоролмалар, ә ят