Йәшлектең иң матур йылдарын үҙ эсенә туплаған иң күңелле һәм сағыу мәл ул студент саҡ. Һеҙ фотола күргән мөләйем ҡыҙ Нургизә Раева камил Валеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының 3-сө курсында белем ала. Һәләтле ҡыҙ музыка менән бәләкәй сағынан шөғөлләнә, күп кенә музыкаль инструменттарҙа уйнай. Әммә уның күңеле йырға ынтыла һәм уҡыу йортоноң вокал бүлеген һайлай. Вокал буйынса педагогы Гөлсинә Ғәйнислам ҡыҙы Ҡудашева Нургизәгә ҙур өмөттәр бағлай. -Бәләкәй саҡтан йырсы булырға хыялландым һәм ошо хыялыма табан барыуым менән бәхетлемен. Уҡытыусыларыбыҙ шул тиклем үҙ эштәрен яҡшы белә, беҙҙән ысын йырсы яһау, тауыш ҡуйыу өсөн ныҡ тырыша,--ти Нургизә, остаздарына рәхмәттәр әйтеп. Нургизә Раева үҙе лә маҡсатына етди ынтыла. Тырыш ҡыҙ төрлө йыр бәйгеләре—Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты ғына түгел, тик бишле билдәләренә генә өлгәшә, уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, бер концерттан, "Йәштәр һәм балалар" миили проектына ярашлы уҙғарылған сараларҙан ситтә ҡа